Өфөлә “Спиваков тәҡдим итә...” фествале сиктәрендә билдәле испан скирпкасыһы, ун алты йәшлек Мария Дуэньяс сығыш яһаны. Рәсәйҙең филармоник оркестрына ҡушылып ул бөйөк Мендельсон үлемһеҙ увертюраларын башҡарҙы. Был Марияның ғына түгел, ә бәлки һәр скрипка оҫтаһының да иң яратҡан әҫәрҙәренән. Концерт барған мәлдә фойела ижад күргәҙмәләре эшләне. Бында Мария Дуэньястяң урындағы рәссам Арнольд Никитин төшөргән портретын күрергә була.
Ун алты йәшлек, әммә ғәжәйеп ижади ҡөҙрәте булмышына сыҡҡан скрипкасының киләсәк офоҡтары асыҡ. Уңыштар юлдаш булһын, Маша-Мария!