Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй

Тулыраҡ: Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй

Әммә материал ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәне лаборатория тикшереүен үткәс кенә билдәле буласаҡ. Александр һәм Людмила Никитиндар үҙҙәрен белә белгәне бирле ошо ауылда көн күрә. Яҙ етеү менән бер ҡайҙа ла сыға алмайынса тотҡонда тороп ҡала торғайныҡ, ти улар. Айбабаш ауылы менән ҡаланы Берҙән-бер арба юлы тоташтыра. Көндәр йылына башлау менән юл өҙөлә. Яҙ етеү менән ошо тәңгәл ҡар һыуҙары менән ҡаплана һәм ауыл халҡы хатта район үҙәгенә лә сыға алмайынса бер ай самаһына тотҡонда тороп ҡала. Башҡарылған эштәрҙән һуң, ундай проблемалар булмаясаҡ, тип вәғәҙәләй етәкселәр. Ике аҙна ваҡыт эсендә ҡот осҡос хәлдәге юлдың беренсе ҡатын ҡырсынташ һәм ҡом ҡатнашмаһы менән ҡаплап өлгөргәндәр. Уның өҫтөнә хәҙер бар талаптарға яраҡлы итеп ваҡ таш йәйеү кәрәк, ти йәш белгес. Төҙөкләндереләсәк юлдың дөйөм оҙонлоғо 700 метр тирәһе. Белгестәр билдәләүенсә, уны төғөкләндереү өсөн республика бюджетынан 3 млн 200 мең һум аҡса кәрәк. Ремонтҡа аҡсаның күп талап ителеүен хакимиәт башлығы урынбаҫары, Шелканова ауылына ла юл һалына башлауы һәм ҡырсынташты 200 саҡырым алыҫлыҡтан килтереү менән аңлатты. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Бөрө хакимиәтен ҡиммәтле юлдар өсөн тәнҡитләгәйне. Сағыштырыу өсөн – Әбйәлил районы алынды. Ундағы бер саҡырым юлды төҙөкләндереү өсөн 500 мең һум аҡса талап ителә, был иһә Бөрө районында ремонтланған юлға ҡарағанда бер нисә тапҡырға арзаныраҡ. Төбәк етәксеһе төбәктәге тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланырға кәрәклеген билдәләп үтте. Экология министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, Бөрө районының үҙ карьеры бар. Тик бындағы ҡомдоң юл өсөн яраҡлығын асыҡларға кәрәк, ти етәкселәр. Лабораторя тикшеренеүҙәре өсөн материал алыныуы билдәле. Районға юлдың дөрөҫ төҙөлөүен тикшереүсе комиссия килеүе көтөлә. Республика бюджетынан бүленәсәк аҡса подряд ойошмаһына, бар эштәр ҙә башҡарылып етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә түләнәсәк.