Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр?

Тулыраҡ: Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр?

Өфөлә өс йөҙләгән ғаилә көн дә төҙөүселәр вәғәҙәһенә ышанып йәшәргә мәжбүр. “Сомострой” ойошмаһына буласаҡ торлаҡ өсөн алдан уҡ аҡса тапшырған халыҡ хәҙер фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған. Йылдар дауамында үҙ фатирҙары тупһаһына аяҡ баҫа алмаған халыҡ төҙөлөш майҙанына кәртә аша һикереп инергә мәжбүр. Башҡаса сара юҡ, сөнки бында беҙҙе һаҡсылар индермәй, ни өсөн төҙөлөш эше туҡтатылды тигән һорауға ла аныҡ яуап юҡ, тип аңлата улар. Гөлнара Вәхитова 2016-сы йылдың декабрендә ҡыҙы өсөн бер бүлмәле фатир ала. Өс йыл элек улар яңы урынға күсергә тейештәр ине, ти ханым. Әммә төҙөлөш туҡталыу сәбәпле, ике ғаилә һаман бер фатирҙа һыйынырға мәжбүр. Берәүҙәр элекке фатирҙарын һатып, яңыһы өсөн аҡса күсереп, бөтөнләй ҡыйыҡһыҙ ҡалһа, икенселәре ай буйы утыҙышар меңләп кредит түләй. Барыр урындары булмағас, йәш ғаиләләләргә сабыйҙары менән ҡуртымға алынған бүлмәлә йәшәргә тура килә. Бер ҡулында балаһын, ә икенсеһендә документтар тотоп йөрөгән ата-әсәләр бөтә инстанцияларға ла мөрәжәғәт иттек, тип зарлана. Тик күп ҡатлы йорт төҙөүсеһе Госстрой ойошмаһының яуабы бер – аҡса юҡ. Төҙөлөш ҡасан тамамланырын намыҫһыҙ етәкселәр ҙә, алданыусы өлөшсөләр ҙә белмәй. Камера менән килгәс кенә алданған өлөшсөләргә законлы фатирҙарын инеп күреү форсаты тейҙе. Фатирҙар бүлмәләргә бүленгән, стеналары буялып, торбалар ҡуйылған. Күп ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың 80-90 проценты әҙер, тип әйтергә мөмкин. Күренеүенсә, бында эш тәүҙә яҡшы барған. Төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, биҙрәләр-барыһы ла үҙ урынында. Әммә халыҡ һаман фатирҙарына күсә алмай. Октябрь районы администрацияһына был мәсьәлә яҡшы таныш. Чиновниктар ҡулдан килгәнсә һорауҙы хәл итәбеҙ, тип белдерҙе. Йортто төҙөп бөтөү өсөн йәнә ике йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. “Сомострой” ойошмаһы генераль директоры аҡсанан тыш, инвестор юҡлығы ла проблема булып тора, шулай ҙа ошо арала төҙөлөш эше тергеҙеләсәк, ти. Ошо йылдың декабрь аҙағына булмаһа, 2020-се йылдың тәүге ике-өс айында халыҡ фатирҙарына күсә аласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр. Тик нисәмә тапҡыр бындай һүҙҙәрҙе ишеткән халыҡ быға ышанғыһы ла килмәй.