Республика юлдарында ҡатмарлы хәл һаҡлана

Тулыраҡ: Республика юлдарында ҡатмарлы хәл һаҡлана

Көн һайын тиерлек бер-нисә етди авария теркәлә. Юл-хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы һауа торошон да иҫәпкә алырға саҡыра. Сөнки тап ямғырлы көндәрҙә юл-транспорт фажиғәләре арта.Бөгөн төнөн Стәрлетамаҡта ике водитель юлды бүлешә алмаған. Һәләк булыусылар юҡ. Әммә машиналарҙы төҙөкләндерерлек түгел. Юл хәрәкәте инспекцияһы авария сәбәптәрен асыҡлай. Республикала эскән килеш руль артына ултырыусылар ҙа кәмемәй. Өфөлә эскән водитель ғәйебе менән бөгөн авария теркәлде. Бер тәүлектә Башҡортостан юлдарында 2 кеше һәләк булып, 18 кеше йәрәхәтләнгән.