Башҡортостанда кисә сыҡҡан көслө ел 96 ағасты йыҡты, ике тиҫтәнән ашыу торлаҡ йортҡа зыян килтерҙе. 9 автомобиль, ике автобус туҡталышы, 19 реклама таҡтаһы зыян күрҙе. Республиканың 18 ауылында ҡаза тарыған йорттарҙың дөйөм майҙаны 2074 квадрат метр тәшкил итә. Бынан тыш 158 ауыл-ҡасабала электр уты һүнде. Сибай ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Кеше ҡорбандары юҡ. Бөгөн йорттарға һәм социаль обьекттарға ут бирелде. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә.
Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре
Тулыраҡ: Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре