Парламенттың 26 cентябрь көнө үтәсәк пленар ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо мәсьәләне тикшерәсәк. Яҡын киләсәктә Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә тәмәке тип табылмаған, йәғни составында тәмәке матдәләре булмаған тартыу әйберҙәрен һәм ҡулайламаларын һатыу сикләнәсәк. Әйтергә кәрәк, әле ҡараласаҡ закон проекты Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһында дәррәү яҡлау тапты, хәҙер ул икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Әгәр Башҡортостанда тәжрибә ыңғай һөҙөмтәләр бирһә, уны бөтә ил буйынса таратыу ҡаралған.
Фото: riaderbent.ru