Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һаулауҙа сәйәси фирҡәләр әүҙемлек күрһәтмәй. Улар тауыш биреүҙе Дәүләт Думаһы йәки субьект Парламентына депутататтар һайлауҙан түбәнерәк тип иҫәпләй. Тик урындағы үҙидара – башҡарма власть органдарының нигеҙе булып тороуон да оноторға ярамай. Республика етәксеһе әйтеүенсә, дәүләт менән идара итеү һәләте тап урындағы үҙидаранан башлана. Әле Башҡортостанда был һайлауҙы уңышлы үткәреү өсөн барыһы ла эшләнә. Комиссия ағзалары урындарҙа һайлаусылар исемлектәрен барлап, саҡырыу ҡағыҙҙарын тарата. Район үҙәгендә йәшәүсе Вәлиевтар ғаиләһе һайлауға етди әҙерләнә. Гражданлыҡ ҡарашын һәр кем аныҡ белдерергә тейеш, ти Гөлшат Әкрәм ҡыҙы. Үҙең йәшәгән ауыл советына депутаттар һайлауға айырыуса яуаплы мөнәсәбәт мөһим, тип иҫәпләй ул.Красноусольск ауылының 1666-сы һайлау участкаһында әҙерлек эштәре дауам итә. Һайлаусылар өсөн бар тейешле йыһаздар шәмбе кис урынлаштырыласаҡ, ти комиссия рәйесе Ришат Ураҙғолов.Участка һайлау комиссияларында ваҡытынан алда тауыш биреү бара. Ниндәйҙер сәбәп менән 13-сө сентябрҙә участкаға килеү мөмкинлеге булмаған кеше һайлауҙа көнэлгәре ҡатнаша. Район буйынса был хоҡуғын 30-лап кеше файҙаланған. 1665-се участка исемлегендә теркәлгән Таңсулпан Шәрипова ла ғаризаһына ярашлы алдан тауыш бирҙе.Бындай бюллетендәр 13-сө сентябргә тиклем махсус сейфта һаҡлана, һайлау көнөндә иһә барыһы менән бергә урналарға төшөрөләсәк. Ғафури территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, районда 149 мандатҡа 316 кандидат дәғүә итә. Һайлаусылар 47 участкала тауыш бирәсәк. Комиссия рәйесе Әнүәр Муллағолов белдереүенсә, халыҡ һайлауҙарға әүҙем килә, тауыш биреүселәр 90 процентҡа етә.Район буйынса быйыл һайлауға 25 мең 775 кеше саҡырыу алған. Бәлиғ йәшен һайлау көнөндә тултырыусыларға көтөлмәгән бүләктәр әҙерләнә.
Ғафури районы һайлаусылары урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауҙы барыһынан да өҫтөн күрә. Сөнки уларҙы борсоған көнкүреш, хужалыҡ итеү, балалар тәрбиәләү кеүек төп мәсьәләләр тәү сиратта ауыл советтарында хәл ителә.