Генерал тыуған яғына ҡайтты

Тулыраҡ: Генерал тыуған яғына ҡайтты

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командирына һәйкәл урынлаштырылды. Монумент республика башлығы гранты, рәсәй -тарихи йәмғиәте һәм урындағы халыҡ аҡсаһына эшләнгән. Генерал Шайморатов һәйкәле тыуған ауылына төнгө сәғәт икеләр тирәһендә килеп етте. Уҙған шәмбелә Мәскәүҙән сыҡҡан колонна 3 тәүлектән ашыу юлда булған. Водитель тулҡынланыуын йәшермәй. Юл бик арытһа ла тарихи әһәмиәткә эйә йөктө алып ҡайтыу үҙе бәхет ти ул.Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, батыр һәйкәлен күрергә иртә менән олоһо ла кесеһе лә парк янына йыйылды. Шайморатов паркын төҙөклөндереүҙә лә урындағы халыҡ ихлас ҡатнашҡан.Буласаҡ һәйкәлдең образы Миңлеғәле Шайморатовтың йорт -музейында барлыҡҡа килә. Фотоһүрәттәр, тарихи яҙмалар менән танышҡас скульптор уның һынын эшләп конкурсҡа тапшыра. Монументты эшләү өсөн бик ҡыҫҡа ваҡыт бирелә, ай ярым эсендә 3 тоннаға яҡын металл батыр һынына әүерелә һәм Башҡортостанға оҙатыла.Миңлеғәле Шайморатов ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, 14 йәштә етем ҡалып ул Өфөгә сығып китә, параходта матрос булып эш башлай. Граждандар һуғышы йылдарында Колчакҡа ҡаршы һуғыша, артабанғы карьераһын хәрби хеҙмәткә арнай. Ҡытайҙа хәрби комитет советнигы була. 1942 йылда яңы төҙөлә башлаған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры итеп Башҡортостанға ҡайтарыла. Уның етәкселегендә дивизия сталинград, Украинана азат итеүҙә ҡатнаша. Тап уның ҡул аҫтында яуған һалдат һәм офицерҙар араһынан 78 кеше Советтар Созы геройы, 5-һе тулы Дан ордены кавалеры исемен ала. Был тиклем геройҙар сыҡҡан дивизия Ҡыҙыл армияла бүтән булмай. Батыр тыуған яғына тимер һын булып ҡайтты, уның менән бергә тарихи ғәҙеллек тә – Шайморатов генералға герой исеме бирелер тип ышана ауыл халҡы.