Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Афғанстандағы бер-нисә мәктәптә уҡыусыларҙы ағыулағандар. Урындағы хакимиәттәр уҡыу йорттарында именлек сараларын көсәйткән. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем алыуына ҡаршы булған төркөмдөң эше тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.

Сүриә журналисы ҡасаҡтар юлы менән үтеп уларҙың михнәттәрен видеоға төшөргән. Мигранттар өсөн Греция Европа берлегенә ҡапҡа булып тора. Улар Төркиә аша афиндарға килеп Европа дәүләттәренә тарала. Әммә күптәр юлда һәләк була.

Люфтганза авиакомпанияһы пилоттары ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Ошо сәбәпле меңгә яҡын рейс үтәлмәйәсәк. Акцияға Люфтганза Жерманвингз компанияһы ла ҡушылған. Етәкселек эш ташлауҙы ҡанунһыҙ тип атай һәм профсоюздарҙы судҡа бирергә йыйына.

Яҡын көнсығыш илдәрендә ҡом бураны сәбәпле бер-нисә кеше һәләк булған. Ливанда табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр меңдән артып киткән. Халыҡ-ара ойошмалар хисаптарына ҡарағанда, ҡом буранынан Сүриә ҙур зыян күргән. Хәлде хәрби хәрәкәттәр ҡатмарлаштыра.