“Башҡортостан” Дәүләт телерадиоташырыуҙар компанияһының “Рәсәй” Медиа үҙәгендә уҙасаҡ матбуғат конференцияһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының үтәлешен ҡараясаҡтар. Телмәрселәр –БР Дәүләт төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов, БР торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү Фондының генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты директоры Дмитрий Кузнецов, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова. Фекер алышыуҙа Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, Архитектура-төҙөлөш институтының 50 йыллыҡ юбилейы һәм УралСтройИндустрия Форумына әҙерлек ҡарала. Сара 23 cентябрь көнө үтә.
Фото: twimg.com