Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы

Ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына. Яңы тарихи арауыҡҡа аяҡ баҫҡан республиканың башлығы вазифаһын үтәй башлаған Радий Хәбиров Башҡортостан киләһе биш йылда Рәсәйҙә алдынғы биш төбәк иҫәбендә буласаҡ, тигән етди маҡсат ҡуйҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһына саҡырылғандар тантанаға бер сәғәт алдан йыйыла башланы. Төбәк парламенты һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, сенаторҙар, ғалимдар, йәмәғәтселек, сәнғәт һәм спорт вәкилдәре. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов республика киләсәгенә бағлаған өмөттәрен журналистар менән уртаҡлаша. Тантанаға Республиканы 2010 йылдан 18-се йылға тиклем етәкләгән Рөстәм Хәмитов та хәләл ефете менән килде. Йәмәғәт ойошмалары, дини конфессия етәкселәре лә Башҡортостан халҡының күпселеге һайланған башлыҡҡа төбәгән ышанысын белдерә. Республика етәксеһе Дәүләт йыйылышы бинаһына Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән бергә килә. Радий Хәбировтың күтәренке кәйефтә булыуы һәм бер аҙ тулҡынланыуы һиҙелә. Инаугурация ғәмәле, көнэлгәре иғлан ителгәнсә, үтә тантаналы түгел, әммә унда ҡатнашыусылар ваҡиғаның тәрән мәғәнәле, шуға ла иҫтәлекле икәнен таный. Тантана йола буйынса инаугурация символдарына ихтирамдан башлана. Почет ҡарауылы башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған Конституцияны залға индерә. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарған оркестр менән Фәрит Иҙрисов дирижерлыҡ итә. 8 сентябрҙә үткән һайлау һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Радий Хәбировҡа Башҡортостан башлығы танытмаһын тапшыра. Республика башлығы башҡорт һәм рус телдәрендә тантаналы ант бирә. Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан башлығы алдындағы бурыстарҙы әйтеп ишеттерә. 11 ай дауамында алып барған эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров үҙен белдекле хужа һәм лайыҡлы етәксе итеп күрһәтте, тип белдерҙе Игорь Комаров. Байтаҡ күрһәткестәр буйынса Республика Волга буйы округында алдынғылар иҫәбендә. Кеше потенциалы, тормош уңайлыҡтары иҡтисади үҫеш, инвестиция күләме һәм инфракструктура ҡоролошо буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урындарға дәғүә итә. Ил президенты Владимир Путин Радий Хәбировҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы бер йыл самаһы элек йөкмәтте. Ошо арауыҡта республика етәксеһе үҙенең командаһы менән төбәктең киләһе биш йылға үҫеш программаһын бойомға ашыра башланы. Рәсми ант биреү тантанаһынан һуң Радий Хәбиров тәүге Указын иғлан итте. Ул Башҡортостандың 2024 йылғаса үҫеш йүнәлештәрен раҫлай. Документта теүәл һандар, маҡсаттарға өлгәшеүҙең аныҡ сроктары һәм иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнгән. Һәр кемгә ҡағылған һәм һәр кемде борсоған Указды Республика башлығы "Үҫештең беренсе биш йыллығы” тип атай. Тантанала ҡатнашыусылар Указды сәмле һәм аныҡ эштәрҙе талап итә, тип баһаланы. Инаугурация тантанаһы ҡунаҡтары оҙаҡ таралышмай торҙо. Тәьҫортаттар уртаҡлашыу, Республика башлығының белдереүҙәре тураһыда әленән-әле фекер алышыу тынмай. Республика хөкүмәте иһә ошо көндән үҙ вәкәләттәрен һала. Яңы министрҙар кабинеты тураһында мәғлүмәт һәм Премьер-министрҙың исеме яҡын арала билдәле булыр, тип көтөлә.