Республикала алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара

Тулыраҡ: Республикала алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара

Өфө ҡалаһының йылытыу үҙәктәренә төплө ремонт яһалған. Улар һыуыҡ миҙгелдәрҙе ҡаршыларға әҙер, тип белдерҙеләр ҡала хакимиәтендә. Өфө ҡалаһының Калинин районында эшселәр ҡаҙанлыҡты ремонтлай. Йылытыу миҙгеле башланғас ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаҫҡа тейеш тиҙәр бында. Шуға ла йылытыу ҡорамалдары ентекләп тикшерелә.Был үҙәктә иҫкергән ҡорамалдарҙы, торбаларҙы алмаштырғандар. Фатирҙарҙы һәм социаль биналарҙы йылы менән тәъмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ, тип ышандыралар районда.Федераль законға ярашлы, тышта һауа температураһы биш көн дауамында һигеҙ градустан кәмерәк булһа йорттарға йылы биререлә. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, сентябрь урталарына йылытыу миҙгеленә әҙерлек тамамланасаҡ. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр фатирҙарға иртәрәк йылы килеүен теләһәләр ғариза яҙыу мөмкинлеге бар.Фатир хужалары йыйылышып ғариза яҙғандан һуң уны идарасы компанияға ебәрә ала. Документ нигеҙендә торлаҡ йорттарға йылы бирелә.