Үткән тәүлектә бер нсә районда көслө ел сыҡты. Өфөлә бер нисә урамда ағастар һәм реклама тҡталары йығылыу һөҙөмтәһендә автомобилдәр зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яңынан-яңы осраҡтар тураһында хәбәрҙәр килә. Дауыл Урал аръяғы райондарында ла ҡоторған. Баймаҡта ихата эсендәге ағас автомобиль өҫтөнә ауған. Кеше, мал-тыуар араһында зыян күреү осраҡтары теркәлмәгән.
Республика дауыл эҙемтәләрен барлай
Тулыраҡ: Республика дауыл эҙемтәләрен барлай