Балыҡ тигәнең мал булған

Тулыраҡ: Балыҡ тигәнең мал булған

Өфөлә йәшәүсе балыҡсы ҡолонҡайҙы ҡотҡарып алыҡ ҡармаҡларға йүнәлгән егет Ҡариҙел йылғаһында бата яҙған ҡолонҡайҙы ҡотҡара. Тәүҙә уны мышы балаһы менән бутай. Ваҡиғаны видеоға төшөрөп социаль селтәргә һала, бөтә кешеләр ҡолонҡайҙың яҙмышы өсөн борсола башлай, ниһайәт ҡотҡарыусы ҡолондоң хужаһын интернет аша таба һәм беҙҙең ижади төркөм менән бергә осрашыуға бара. Фәнисте был йортта тәүгә булһһа ла ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡаршылайҙар. Бығаса улар социаль селтәр аша ғына аралашҡан. Ҡотҡарыусы Ҡариҙел йылғаһынан сығарған ҡолонҡайҙың хужаһы менән хәҙер яҡындан танышты. Радик Закиров – 6 бала атаһы. Ғаилә мал аҫрап көн күрә. Өҫтәлдәге бөтә аҙыҡ — ҡаймаҡ, һөт, ит, емеш-еләк шул уҡ үҙҙәре аҫраған мал-тыуар, баҡсалағы емеш-еләк. Фәнис Әхмәтйәнов өсөн дә һәр тере йән эйәһе ҡәҙерле. Ҡариҙел йылғаһына эштән һуң балыҡ тоторға төшкән егет бәләлә ҡалған малҡайға юлыға. Ул төшөргән видеояҙма социаль селтәрҙә йәшен тиҙлеге менән тарала. Хәҙер ҡолонҡайҙың хужаһы менән бергә видеоны ҡарап шатландылар, иң мөһиме — ҡолон иҫән- һау. Ысынлап та, Ҡариҙел йылғаһына төшкән ҡолонҡай тап шул көндө тыуған булыуы ихтимал, сөнки бәләкәстең йылғанан сығырға ла хәле ҡалмаған. Күрәһең, һыу эсергә тип төшкән бейә артынан ҡолонҡай ҙа эйәргән. Ә текә ярҙан кире менә алмаған. Фәнис кәмәһен ҡалдырып ҡолонҡайҙы яр аша һыуҙан сығара. 50 кг-дан ашыу малҡайҙы текә ярҙан мендереү еңелдән түгел. Бер юлы ваҡиғаны видеояҙмаға ла төшөрә һәм интернетҡа һала. видеояҙма менән әллә күпме кеше ҡыҙыҡһына, хатта миңә һат тип, һораусылар ҙа була. Фәнис Йондоҙҡайҙың хәл йыйғанын күргәс, яланда ҡалдырып китә. Ә бына ҡолонҡайҙы ҡабаттан үҙен эҙләп табыу ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Йылҡы малы бер урында ғына йөрөмәй. Ҡариҙел буйындағы урман-яланды байтаҡ ҡына эҙләп үтергә тура килде. Ниһайәт, урман эсенән хужаларының тауышын ишетеп елдереп саптылар. Бәләкәй ҡолонҡай эргәһенә бейә бер кемде лә яҡын ебәрмәне. Фәнис Йондоҙҙоң яҙмышы өсөн борсолған социаль селтәрҙәге дуҫтарына тип яңы видео яҙып та алды. Фәнистең был изгелеге өсөн Закировтар уға мең рәхмәтле. Ҡотҡарыусы киләсәктә лә Йондоҙҙоң яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тороуын белдерҙе. Был йортта ул хәҙер ҡәҙерле ҡунаҡ. Йорт хужаһы иһә Фәнистең балаларын һыбай йөрөргә өйрәтергә вәғәҙәләне.