“Театр төнө” дуҫтарын йыя

Тулыраҡ: “Театр төнө” дуҫтарын йыя

Бөгөн Башҡортостан театрҙарында һәр йыл һайын ойошторола килгән “Театр төнө” мәҙәни акцияһы үтә.

Унда һөнәри һәм һәүәҫкәр коллективтар ҡатнаша. Тамашасылар сәхнә перфоманстарын ҡарай аласаҡ, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре биреләсәк, балаларға анимацион программалар күрһәтеләсәк. Теләгәндәргә “сәхнә артына” экскурсиялар ойошторола, пьесаларҙан өҙөктәр уҡыу кеүек мауыҡтырғыс саралар ҡаралған. Урыҫ драма театры сәхнә һөнәрҙәре йәрминкәһе һәм зыялылар уйыны үткәрә. “Нур” Өфө татар театры артистары шиғырҙар уҡый, ә Башҡорт опера һәм балет театры йәш балет артистары ҡатнашыуында хореография кисәһе уҙғара.

Тулыраҡ программа менән БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында таныша алаһығыҙ.

Фото: twimg.com