Бәхәс тыуҙырған тар юл. Өфө янындағы 8 март ҡасабаһы менән Суровка ауылында йәшәүсе халыҡ юл өсөн көрәшә. Бер урам халҡы юлды үҙҙәренеке генә тип һанаһа, икенселәре иһә дөйөм ҡулланышта, тип бәхәсләшә. Суровка ауылында йәшәүсе Мария Щемякина улын мәктәпкә оҙатҡан һайын йөрәге өҙөлөп ҡала. Юлдағы соҡор ҡазаға килтермәһен тип борсола ул.
Тотош ауыл халҡының баш бәләһенә әүерелгән хәҙер был ыҙғыш. Асыҡланыуынса, ике урам халҡы араһындағы аңлашылмаусанлыҡ күптән дауам итә. 8 март ҡасабаһының Ғүмәр Миңлебаев урамында йәшәүселәр йорттары янынан күпләп машиналар йөрөүенә зарлана, ошо сәбәптән улар юлды соҡоп ҡуйған. Бындай хәл беренсегә ҡабатланмай, ти Суровкала йәшәүселәр. Бер метр тирәһе соҡорға урындағы халыҡ тимерҙәр ҡуйып, таҫмалар менән уратып ала.
Әммә был урында ут яҡтылығы юҡ. Шуға ла төнөн водительдәр йә иһә йәйәүлеләр соҡорға осоп төшөүе ихтимал. Ике йыл тирәһе халыҡ бер-береһе менән уртаҡ тел таба алмай. Юлда соҡор ҡаҙыусыларҙың да яуабы асыҡ. Миңлебаев урамында йәшәүселәр тар урамдан машиналар юғары тиҙлектә барып, балалар өсөн хәүеф тыуҙыра, ти. Быны ихатала эленгән видеокүҙәтеү камераһы ла иҫбатлай. Машиналар тар урамдан үтмәһен өсөн шлагбаум да ҡуйып ҡарайҙар, юлға сөйҙәр ҙә ырғыталар.
Сираттағы ысул-соҡор ҡаҙыу эшен дә халыҡ, асыҡланыуынса, бушҡа булдырмаған. Суровка ауылы халҡы өсөн икенсе юл бар, әммә ул хужаһыҙ, йәғни Өфө районының да, ҡаланың да балансында түгел. Шуға ла ул ҡышын таҙантылмай, һөҙөмтәлә кешеләр юлһыҙлыҡ ҡамауында тороп ҡала. Асыҡланыуынса, был юлды бер нисә йыл элек микрорайонды төҙөүселәр һалған. Әммә ни сәбәптәндер хакимиәткә тапшырмаған.
Өфө районы чиновниктары Суровка ауылы халҡына был юлды үҙ милкенә күсерергә тәҡдим итә. Ленин районы хакимиәтендә тиҙҙән 8 март ҡасабаһы һәм Суровка ауылында йәшәүсе халыҡ менән уртаҡ һөйләшеү үткәреләсәк. Йыйылышта соҡор ҡаҙалған юл буйынса ла ҡарар булыр тип ышана халыҡ.