Мәғлүм булыуынса Башҡортостан Рәсәйҙең тағы 20 төбәге менән бер рәттән 14 октябрҙә һанлы телесигналға тулыһынса күсәсәк. Республикала әлеге мәлдә юғары сифатта 20 федераль каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге бар. Ә сигнал барып етмәгән урындарҙа һанлы датчиктар урынына спутник ҡоролмалары ҡуйыла. РТРС инженерҙары туҡтауһыҙ эш режимында. Көнөнә меңдән артыҡ мөрәжәғәтте ҡабул итеп, ҡулланыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү, кәрәк урында техник яҡтан ярҙам күрһәтеү.
Әлеге мәлдә инженерҙар 2 метрға тиклем бейеклектә, асыҡ урындағы сигналды тикшерә.Ҡалаларҙа йыш ҡына беренсе, икенсе ҡатта йәшәүселәр сигнал насарлығына зарлана. Һанлы телевидениеға күсеү иң беренсе беҙҙе тик аналог аша ҡараусыларға ҡағыла. Телевизорығыҙҙа Рәсәй 1 логотибы А хәрефе менән булһа был тиҙҙән цифраға күсеүҙе белдерә .Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, әгәр һеҙ телевидениены кабель йә спутник операторҙары аша ҡарайһығыҙ, йә Ай-Пи телевидение абоненты икәнһегеҙ һәм каналдарҙың һаны, сифаты һеҙҙе ҡәнәғәтләндерә икән, был осраҡта борсолорға урын юҡ. Һайлаған оператор цифра менән үҙе тәьмин итәсәк.
Республикала һанлы сигнал түгел аналог телевидениеһы ла булмаған таулы урындар күп. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ундай урында йәшәүселәргә, пенсионерҙар һәм мохтаждарға цифрлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролмаһы алыу өсөн компенсация түләнә. Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы белдереүенсә, әлеге мәлдә компенсация алырға теләүселәрҙән ғаризалар күп түгел. Шулай ҙа иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һанлы телесигнал ҡорамалдары һатып алыуға киткән сығымды ҡайтарыу өсөн республиканың күп функциялы үҙәктәренә мәрәжәғәт итергә кәрәк.