Радий Хәбиров бөтә республика буйынса йылы бирергә ҡушты

Тулыраҡ: Радий Хәбиров бөтә республика буйынса йылы бирергә ҡушты

Был хаҡта төбәк хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмә барышында билдәле булды. “Бөгөн булған муниципалитеттарҙа ҙа йылы бирелергә тейеш. Һәм нөктә! Тотош йәй буйына ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек барҙы. Шуға ла бер ниндәй ҙә аҡланыу ҡабул ителмәй. Һөнәрҙәштәр “Инцидент” системаһы буйынса барыһын да күҙәтеп барырҙар. Әгәр көн йылынып китһә, һүндерерҙәр”, — тине Радий Хәбиров.

Әлегә республика буйынса 45 муниципалитетта йылы бирелгән.