Йома кис баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәүсе бер ҡыҙ ҡотҡарыусыларға шылтырата. Баҡһаң, йорттоң елләтеү шахтаһына нисектер бесәй балаһы килеп ингән, имеш. Ул йән өҙөрҙәй итеп мыяулай, ләкин ҡыҙыҡай мәхлүкте һис сығара алмаған. Тиҙҙән Өфө ҡалаһының Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Улар елләтеү системаһын өлөшләтә тиреп ташлаған һәм ҡото осҡан бесәй балаһын иреккә ебәргән, тип хәбәр итте Баш ҡаланың граждандар яҡлау Идаралығының матбуғат хеҙмәте. Иректән тыш бәхетле бесәй үҙенә хәстәрлекле һәм инде һыналған хужабикә тапты: изге күңелле ҡыҙ уны үҙенә алды.
Бәхетле бесәй
Тулыраҡ: Бәхетле бесәй