Нефтекама дауаханаһына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

Тулыраҡ: Нефтекама дауаханаһына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Нефтекама табибтары өр-яңы ҡорамалдар алды. Улар араһында быуат афәте булған онкология сирҙәрен алдан асыҡлауҙы бурыс иткәндәре лә бар.

Шулай уҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән заманса ҡорамалдар үҫеп килеүсе йәш быуындың сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсаттарын тота.

Бынан тыш, милли проектҡа ярашлы, заманса программалар менән тәьмин ителгән ҡорамалдар ҡайтарылды, улар араһында туғыҙ принтер бар. Был табибтарға документ әйләнешен электрон форматта алып барырға мөмкинселек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бик күп төбәк башланғыстары үҫеш алды.Һаналғандарынан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш, тәү ярҙам медицина-санитар булышлығы күрһәтеү кеүек проекттар йәшәп килә.

2024 йылға тиклем республика һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә 11 млд. һум аҡса аласаҡ.