24-27 сентябрь көндәре Мәскәүҙә үтәсәк Крокус Экспо Халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан продукцияһы ла урын аласаҡ. Был сара “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла һәм Владимир Путин ҡул ҡуйған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” федераль программаһының төбәк өлөшө булып тора.
- WorldFood Moscow – Рәсәйҙең төп эскпорт майҙансығы. Унда Африка, Латин Америкаһы, Азия илдәренең ризыҡты күмәртәләп һатыу һәм селтәр сауҙаһы менән шөғөлләнгән төп компаниялары менән ике яҡ өсөн дә отошло шарттарҙа килешеүҙәр төҙөп була, — тип һөйләй БР тышҡы бәйләнештәр дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары Лена Изотова. – Күргәҙмәлә Башҡортостан үҙе етештергән продукцияны күрһәтә. Улар иҫәбендә дөгө майы, үҫемлек сәйе, кондитер изделиелары, бал кремы һәм башҡалар. Беҙ ризыҡ менән сауҙа итеүсе өс ил компанияһы менән килешеү төҙөп өлгөрҙөк. Халыҡ-ара күргәҙмә уңышлы үтер тип өмөтләнәбеҙ.
Белешмә өсөн.WorldFood Moscow – Рәсәйҙәге иң ҙур аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе. Унда 1500 Рәсәй һәм 65 илдән килгән ризыҡ етештереүсе һәм һатыусы предприятиелар ҡатнаша. Мәскәүҙең үҙенән һәм ил төбәктәренән 550 компания үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Башҡортостандан «Травы Башкирии”, «Глобус», «Белорецкий», «Тайра», «Sweet Honey» и «Laycy Queen» кеүек билдәле компаниялар үҙ продукцияһы менән таныштырасаҡ.