“УралСтройИндустрия” форумының көнүҙәгендә - торлаҡ мәсьәләһе

Тулыраҡ: “УралСтройИндустрия” форумының көнүҙәгендә - торлаҡ мәсьәләһе

24-28 сентябрь көндәре Өфөлә “УралСтройИндустрия” форумы үтә. Уның төп маҡсаты, әһәмиәте һәм эшмәкәрлек даирәһе тураһында “Россия” медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында һүҙ барҙы. Телмәрселәр –БР Дәүләт төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов , Өфө дәүләт нефть-техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты директоры Дмитрий Кузнецов, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова. Фекер алышыуҙа Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, Архитектура-төҙөлөш институтының 50 йыллыҡ юбилейы һәм УралСтройИндустрия Форумына әҙерлек ҡаралды.

Артем Ковшов белдереүенсә, быйыл торлаҡ төҙөлөшө алдағы йылдарҙан кәм булмаясаҡ. Әле бөгөн үк 1,2 млн квадрат метр торлаҡ майҙаны файҙаланыуға тапшырылған, шуның 65 проценты халыҡ тарафынан сафҡа индерелгән, 35 проценты күп фатирлы йорттар.Бөгөн ҡыҙыу эш бара. Йыл аҙағына тиклем йәнә 1 млн квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индереләсәк тип күҙаллана.

Белешмә өсөн:

УралСтройИндустрия форумының күргәҙмәләр майҙаны дөйөм алғанда 4500 квадрат метр тәшкил итә. Абруйлы сарала Рәсәйҙең төрлө ҡала-төбәктәренән килгән 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша.

Фото: ssk-inform.ru