Был проектҡа республикабыҙҙың йәнә 3 ойошмаһы ҡушылды.Улар –“Синтез-Каучук”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” һәм “Контроль пакет” предприятиелары.
“Синтез-Каучук” Асыҡ акционерлыҡ йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Морозов әйтеүенсә, 2016 йылдан башлап предприятиела етештереүҙең күләмен һәм сифатын күтәреү йүнәлешендә байтаҡ эш атҡарылған.
Уҙған йылда “Синтез-Каучук” хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәшғүллекте хуплау буйынса төбәк программаһына ҡушылды. Эште ойоштороуҙың камллаша төшөүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына килтерҙе. Заказсыларҙан ялыу-зарланыуҙар кәмене.
Ошо көндәрҙә предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса төҙөлгән милли проектҡа ҡушылды. Башланғыс бөтә йәһәттән дә ыңғай һөҙөмтәләр бирә тигән фекерҙә “Синтез-Каучук” предприятиеһы етәксеһе.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы һәм халыҡтың мәшғүллеген яҡлауҙы маҡсат иткән милли проектҡа йәнә бер предприятие – “Контроль пакет” Яуаплылығы сикләнгән ойошма ҡушылды. Ул полимер ҡаптар сығарыу менән шөғөлләнә һәм үҙ өлкәһендә уңышлы эшләүсе ойошма һанала.
Проектҡа ҡушылған өсөнсө предприятие – Стәрлетамаҡ икмәк заводы.Уның “Стерх” тип аталған сауҙа маркаһы күптәргә яҡшы таныш. Ризыҡтың сифатын етештереү-технологик лабораторияһы даими күҙәтеү аҫтында тота. Көн һайын “Стерх” 2000 самаһы сауҙа нөктәһенә икмәк һәм икмәк ризыҡтары ташый.
Бөгөн Башҡортостандың 40-лап предприятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнаша. Ойоштороусылар йыл аҙағына тиклем йәнә унлаған ойошма-хужалыҡты программаға йәлеп итергә самалай. Бының өсөн ярайһы уҡ отошло мөмкинселектәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрәм тип теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Икенсенән, сәнәғәтте үҫтереү федераль программаһына ярашлы, проектта ҡатнашыусы 50 млн һумдан алып 300 млн һумғаса өҫтөнлөклө займ алыу хоҡуғына эйә. Йыллыҡ ставка 1 процент, аҡса биш йылға бирелә. Өсөнсөнән, “Экспорт акселераторы” программаһына ярашлы, предприятиелар һәм ойошмалар продукцияларын сит илдәргә сығарыу тәңгәлендә өҫтөнлөктәр ала.
Фото: cloudfront.net