Ҡыштың беренсе сәләме

Тулыраҡ: Ҡыштың беренсе сәләме

Өфөлә һәм Башҡортостандың бер нисә районында ҡар яуҙы. Бигерәк тә көнъяҡ-көнсығышта тирә-яҡты аҡ баҫҡайны. Һөҙөмтәлә Белорет трассаһында автомобилдәр хәрәкәт ҡармарлашыуы билдәле. Синоптиктар фаразлағанса, беренсе ҡар сентябрҙең һуңғы аҙнаһына тура килде. Шулай ҙа ҡыш кәм тигәндә лә бер ай-ай ярымдан ғына үҙ хакимлығына инә. Әйткәндәй, ул быйыл артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ. Ә алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ ти синоптиктар, водителдәргә иртәнге сәғәттәрҙә юлда һаҡ булыу зарур.