Йорттарға йылы бирергә!

Тулыраҡ: Йорттарға йылы бирергә!

Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә был талапты Радий Хәбиров ҡуйҙы. Республика башлығы шулай уҡ төбәктә ҡайһы бер ҡалаларға ингән юлдарҙың торошон, шәхси йәмәғәт транспортының эшен ойоштороу тәртибен тәнҡиткә тотто. Төбәк үҫешендәге стратегик йүнәлештәрҙе асыҡлаған Указға ла ҡул ҡуйҙы. 2024 йылға Башҡортостан кеше потенциалы, уңайлы тормош мөхите, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура күрһәткестәре буйынса илдә тәүге биш төбәк исемлегенә инергә тейеш. Радий Хәбиров министрлыҡ етәкселәренә Указдың айырым йүнәлештәренә ҡағылған аңлатма менән бөгөндән брифингтар ойошторорға ҡушты. Һауа шарттарының ҡырыҫлығы йорттарға кисекмәҫтән йылы биреүҙе талап итә. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев дүшәмбе иртәһенә 45 муниципалитетта йылытыу миҙгеле асыҡ, тип белдерҙе. Республикала дүрт көн рәттән 8 градус йылынан кәм температура теркәлә, Радий Хәбиров ҡалған йорттарҙы 23 сентябрҙән үк йылыта башлау йөкләмәһен бирҙе. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының юлдарҙы хеҙмәтләндереү эшмәкәрлеген Республика башлығы ҡаты тәнҡиткә тотто. Нуғай ауылы яғынан Өфөгә ингән өлөштә юл буйын үлән баҫҡан, Бындай хәл башҡа муниципалитеттарҙа ла йыш осрай. Республика башлығы Стәрлетамаҡта һыу ағыҙа торған торбаларҙан күрелгән экологик зыян сәбәбен асыҡларға ҡушты. Бысраҡ шыйыҡсаны ҡайһы предприятие түккәнен билдәләп ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыр өсөн ведомство-ара эшсе төркөм булдырыласаҡ. Йәмәғәт транспорты эшендә тәртип урынлаштырыу мәсьәләһе лә киҫкен. Автобустарҙа терминал ҡуйыу йыйылған аҡса күләме тураһында ғәмәлдәге мәғлүмәтте асыҡлаған. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Марат Вахитов белдереүенсә, 2018 йылда пассажирҙарҙың 15 процентын ғына ташыған Башавтотранс 600 миллион, ә пассажир хеҙмәтләндергән ҡалған ойошмалар бары 11 миллион һум һалым түләгән. Республика башлығы тармаҡта коррупция шиген белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йәнә бер тармаҡтағы законһыҙ эшмәкәрлекте хәтергә алды. Башҡортостандың экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрылығына ҡатламлы таш табыу өлкәһендәге законһыҙ эшҡыуарлыҡҡа сик ҡуйыу бурысы йөкмәтелгән.