Аналог телевидениеһы 20 көндән һүнә

Тулыраҡ: Аналог телевидениеһы 20 көндән һүнә

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо ваҡытҡа тиклем республика цифралы форматҡа күсеү тураһында мәғлүмәти кампанияны киң йәйелдереү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостанда һанлы сигналдар таратыусы 216 вышка төҙөлдө. Был республиканы тулыһынса тиерлек юғары сифатлы, бушлай 20 канал менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Сигнал барып етмәгән урындар ҙа бар. Мәҫәлән тауыл райондар. Шулай уҡ ҡалаларҙағы күп фатирлы йорттарҙың беренсе һәм икенсе ҡаттарында йәшәүселәр ҙә сигнал насарлығына зарлана. Радий Хәбиров йыйылыштарҙа халыҡҡа цифралы телевидение һәм уға тоташыу хаҡында мәғлүмәт еткерергә, ҡала ерендәгеләргә идарасы компаниялар менән берлектә коллектив антенна ҡуйыу мөмкинлектәрен барларға ҡушты. Цифралы телевидение аша төбәк халҡы Рәсәй 1 каналында башҡорт телендә хәбәрҙәр һәм тапшырыуҙар ҡарай ала.