Бөгөн Өфөлә “УралТөҙөлөшИндустрияһы” форумы асылды

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә “УралТөҙөлөшИндустрияһы” форумы асылды

Төҙөлөш индустрияһындағы күләмле сарала төбәк етәкселеге, Рәсәйең төҙөлөш һәм торлаҡ-комуналь хужалығы министрлығы вәкилдәре, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығы көтөлә. Форумда күтәреләсәк төп темаларҙың береһе — “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проект. Был турала “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында билдәле булды. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов проектты ғәмәлгә ашырыу барышы менән таныштырҙы. Уға ярашлы торлаҡ төҙөлөшө, кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, йәштәрҙе льготалы ипотека менән тәьмин итеү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу күҙаллана.