Сумма ипотеканың бер өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелә. Иртәгәнән републикала ошо туралағы күрһәтмә үҙ көсөнә инә. Тимәк, ипотекаһы булған ғаиләләр 450 меү һумға тиклем бурысын ҡаплатыуға компенсация аласаҡ. Бының өсөн кредит биргән ойошмаға ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Компенсация алыу хоҡуғына 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләһендә өсөнсө йә артабанғы бала тыуғандар эйә. Шулай уҡ уллыҡҡа алыусылар ҙа дәүләт ярҙамына дәғүә итә. Программала ипотека биреү хоҡуғы булған бөтә төр кредит ойошмалары һәм банктар ҙа ҡатнаша.
Күп балалы ғаиләләр 450 мең һум ярҙам ала
Тулыраҡ: Күп балалы ғаиләләр 450 мең һум ярҙам ала