Башҡортостандың йәш лидерҙары асыҡлана

Тулыраҡ: Башҡортостандың йәш лидерҙары асыҡлана

1705 ҡатнашыусының 199-ы ярымфиналда көс һынашты. Бәйгеселәр 10 кешенән торған командаларға бүленеп төрлө һынауҙар аша үтте. Ойоштороусылар уларҙы командала эшләй белеү, өйрәнергә ынтылыш, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү теләге һәм системалы фекер йөрөтөү буйынса һынаны. Лидерлыҡ сифаттарын асыҡлау өсөн ҡыҙ һәм егеттәр шулай уҡ әңгәмәлә ҡатнашты, остаздарҙан оҫталыҡ дәрестәрен алды. 80 ҡатнашыусы финалға үтте.