Өфөлә ер өсөн ыҙғыш

Тулыраҡ: Өфөлә ер өсөн ыҙғыш

Өфөләге ихаталарҙың береһендә халыҡ йорт яны биләмәһе өсөн көрәшә. Хәбәрһеҙ-ниһеҙ балалар майҙансығы һәм автомобилдәр өсөн туҡталҡаны кәртәләп алғандар. Был күршеләш урынлашҡан техникум етәкселеге эше тип фаразлай күп ҡатлы йортта йәшәүселәр. Мәсьәләнең айышын беҙҙең хәбәрселәр асыҡларға тырышты. 4 йәшлек Николь үҙе йыйыштырған таштарҙан ҡомлоҡ эшләп шунда уйнай. Сөнки улар йәшәгән йорт тирәһендә балалар майҙансығы юҡ, бығаса булғандарҙың береһен һүтеп ташлағандар, икенсеһе бейек ҡойма артында тороп ҡалған. Черниковкалағы ихаталарҙың береһендә август айында бейек ҡоймалар ҡалҡып сыға. Асыҡланыуынса, был биләмә урындағы политехник колледж милкендә булып сыға. Әммә урындағы халыҡ бындай етди үҙгәрештәргә әҙер булмай сыға, алдан хәбәр итеүсе лә булманы тип зарлана улар. Күп фатирлы йорт хужаларына хәҙер машиналарын ҡуйырлыҡ та урын ҡлмаған, ә ҡойма артындағы әҙер туҡталҡаны ҡуртымға бирәләр ти халыҡ. Урындағы хакимиәт мәсьәлә хаҡында хәбәрҙәр, әммә юридик йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу юҡлығынғына раҫлай улар. Яуап артынан беҙ техникумға юлландыҡ, әммә телевидение килере хаҡында күрәһең алдан белгәндәр, ижади төркөмдө һаҡсылар ҡаршы ады. Белем усағы директоры бер һүҙһеҙ бүлмәһенә инеп бикләнде. Аҙаҡ ҡәләмен ослағант юристын сығарҙы. Азамат Әхмәтов ҡойма артында ниҙәр барлығын үрһәтеп тә сыҡты. Бында тик хеҙмәткәрҙәрҙең автомобилдәре тора, гаражда уҡыу өсөн тәғәйенләнгән техника ғына тип раҫлай. Техникум юристы билдәләүенсә, улар туҡталҡаны урындағы халыҡҡа кире ҡайтарып бирергә лә әҙер. Әммә күршеләш йортта йәшәүселәр быға ғына риза түгел. Улар балалар майҙансығын да, йорт яны биләмәһен дә кире ҡайтарыуҙарын талап итә. Ошондай талап менән халыҡ прокуратураға ла мөрәжәғәт иткән.