Республикала киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны арта. Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре хәбәр итә. Грипп менән сирләүселәр күҙәтелмәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь башында республикала прививкалау кампанияһы башланды. Әлегә 340 меңдән ашыу кешегә прививка эшләнгән. Быйыл төбәктә барлығы 2 миллионға яҡын кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға вакцина яһау ҡаралған. Ғәҙәттә, грипп эпидемияһы ғинуар-март айҙарында күҙәтелә. Шуға ла табиптар декабрь аҙағына тиклем прививка алырға кәңәш итә.
Һаҡ бул! ОРВИ
Тулыраҡ: Һаҡ бул! ОРВИ