Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп. Нуриман районында йәшәүсе 84 йәшлек Сатый Сәлимов боронғо аяҡ кейеме-сабаталар үрә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул шөғөлөнә тоғро ҡала. Сабатаны үреү өсөн йүкә ағасы ғына тап килә, ти 84 йәшлек оҫта Сатый Сәлимов. Боронғо көндәлек аяҡ кейемен үреү өсөн тәүҙә сей йүкәнең тышын бысаҡ менән һыҙырып алырға кәрәк. Килеп сыҡҡан таҫманан аяҡ кейеме үрелә лә инде. Йүкә таҫмалары кипмәҫ борон сабатаны үрергә кәрәк, шуға ла эште ҡыҙыуында һуғыу зарур ти оҫта. Йүкә ҡаты булһа, уны һыу менән ыуалап йомшартырға тура килә. Элек сабата ныҡ булһын өсөн, табанын тал, йүкә, бау менән дә үргәндәр йәки күн менән теккәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сабата үреү эше һәр кемгә эләккәйне, тип хәтирәләр ебен һүтә Сатый ҡарт. Ғүмер буйына үрелгән сабаталарҙың иҫәбе-һаны юҡ ти Сатый Сәлимов. Һуғыш ваҡытында ла бер-беребеҙгә сабата үреп бирә инек, ти ул. Әле был эшенә тоғро ҡалыуына бигерәк тә туғандары ҡыуана. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер көн дә буш тормай, хәрәкәттә-бәрәкәт тигәндәй һаулығына ла зарланмай. Көнөнә ике пар аяҡ кейемен һә тигәнсе эшләп тә ҡуя, уларҙы һатып алырға теләүселәр ҙә бихисап. Бигерәк тә бәләкәйҙәр өсөн сабаталар ихтыяж ҙур. Бер сабатаны үреү өсөн яҡынса ике-өс сәғәт ваҡыт талап ителә. Аяҡ кейеме тигеҙ килеп сыҡһын өсөн, хаталанмау зарур. Шуға ла оҫта үҙ бүлмәһендә тыныслыҡта эшләүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә, ошондай матур, ныҡлы, сифатлы сабата килеп сыға. Әйткәндәй, унан әле лә ағас еҫе бөркөп тора. Был бауҙарҙы ла, билдәле булыуынса, юҡҡа ғына ҡалдырмайҙар. Аяҡтан төшөп ҡалмаһын өсөн, уны ныҡ ҡына итеп бәйләп ҡуйырға кәрәк. Хәҙерге аяҡ кейемдәре менән сабатаны сағыштырып ҡарағанда айырма улай уҡ юҡ, сабата ла шулай уҡ уңайлы, аяҡты ла бер ҙә ҡырмай. Боронға аяҡ кейемен хәҙер музейҙарҙа ғына осратырға мөмкин. Бындай шөғөл менән мауығыусылар ҙа һирәк. Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалып, бигерәк тә йәштәр сабата үреүҙе әксеп итһен ине тигән теләктә оло йәштәге оҫта.