Үрмәксенән күрмәксе, йәғни йәнә аҡса урлағандар

Тулыраҡ: Үрмәксенән күрмәксе, йәғни йәнә аҡса урлағандар

23 млн һум аҡса урлап тотолған Луиза Хәйруллиның ҡылығы йәшәй һәм башҡалар өсөн “үрнәк” булып тора. Эске эштәр министрлығындағы мәғлүмәт сығанағы “Вести”ға шул турала хәбәр итте.

Был юлы Өфө ҡалаһында көн иткән кассир ҡатын ҙур күләмдә- 6 млн ярым һум самаһы аҡса сәлдергән тип фараз ҡылына. Ул баш ҡаланың Калинин районында “Открытие” банкында эшләгән була. Ләкин ул яңғыҙы ғына урлашмаған. Банк хеҙмәткәрҙәренең бәғзеһенең был ҡараңғы эшкә туранан-тура ҡатнашлығы бар. Мәҫәлән, уның “хеҙмәт ҡаһарманлығын” финанс-кредит ойошмаһының идарасыһы булып эшләгән ҡатын уҙҙырып ебәргән. Әле алынған яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул ике йыл ярымда кассалағы 43 млн аҡсаға “айыу майы” һөрткән. Тимәк, был йәһәттән Салауат ҡалаһындағы яманатлы ханымды ҡыуып етеп уҙып киткән. Был енәйәти эш 2017 йылдың ғинуарынан алып быйылғы йәйгә тиклем дауам иткән.

Енәйәттең эҙен юйыу өсөн офис идарасыһы һәм уның ярҙамсыһы булыуы ихтимал кассир ҡатын банк клиенттарының, ә улар 50 кеше, иҫәптәрен ябыу менән шөғөлләнгән. Енәйәт осрағы буйынса “Айырыуса ҙур күләмдә урлашыу” статьяһына ярашлы эш ҡуҙғатылды.

Фото: region.center