Бөгөн төндә термометр һыҙаты ноль билдәһенән түбән төшәсәк. Ҡарлы ямғыр яуасаҡ, юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы көтөлә.
Синоптиктар күҙаллауынса, сентябрь айының һуңғы аҙнаһы һыуыҡ буласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, иртәнсәк һәм кистәрен юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал, еүеш ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Автомобилистарға айырыуса һаҡ булырға, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан иҫә, уның тиҙлеге секундына 8-13 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә плюс 2, минус 3, көндөҙ 4-тән 9 градусҡа ҡәҙәр йылы булыуы көтөлә.
Фото: vladtime.ru