Төнгө янғындарҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлдө

Тулыраҡ: Төнгө янғындарҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлдө

Ауырғазы районының Ташлыкүл ауылында бер йортҡа ут ҡаба. Янғын һүндереү командаһы тиҙ арала килеп етә, ләкин кирбес өйҙөң түбәһе, диуарҙары зыян күрә. Утлы ғәрәсәттә 53 һәм 56 йәшлек ике ирҙең ғүмере өҙөлә.

Ауырғазылағы фажиғәнән һуң 20 минут ваҡыт үткәс, Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында ут сыға. “Ҡыҙыл әтәс” менән көрәшкән мәлдә йорттоң түбәһе ишелеп төшә. 41 йәшлек ир һәләк булды, йәнә береһе Аҡъяр район дауаханаһына оҙатылды.

Сама менән шул уҡ сәғәттәрҙә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында шәхси йорт тоҡанып китә. 14 янғын һүндереүсе 4 берәмек ут һүндереү техникаһы менән килеп етеп эшкә тотона. Ярты сәғәттән янғынды һүндерәләр, әммә 56 йәшлек ир фажиғәлә һәләк була.

Был Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр.

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: ут менән бик һаҡ булығыҙ! Түшәктә ятып тартмағыҙ, боҙоҡ йылытҡыстар менән файҙаланмағыҙ, электр утында эшләүсе әйберҙәрҙе һүндерергә онотмағыҙ, кескәй балаларға һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булығыҙ! Онотмайыҡ: “һыуҙан ҡала, уттан-юҡ!”