Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадала 100 илдән 3 мең кеше ҡатнашасаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадала 100 илдән 3 мең кеше ҡатнашасаҡ

БР Башлығы Радий Хәбиров 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу комитетының Мәскәүҙә уҙған ултырышы мәлендә ошо хаҡта белдерҙе. РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец әйтеүенсә, фольклориада ил президенты Владимир Путиндың 2017 йылдың 1 июнендә ҡул ҡуйған указына ярашлы уҙғарыла. Шул уҡ йөкмәткеле күрһәтмәне, атап әйткәндә ойоштороу комитеты булдырыу тураһындағы документты, РФ хөкүмәте лә раҫланы.

Халыҡ-ара оло әһәмиәткә эйә булған сара республикала 2020 йылдың 18 июленән алып 1 августына тиклем барасаҡ. Һәр ил үҙенең тарихын, мәҙәниәтен, аш-һыу өлгөләрен, сәхнә ижадын күрһәтәсәк. Бөгөн фольклор байрамында ҡатнашырға теләгән 85 ил үҙ ҡарарын рәсми рәүештә раҫланы. Фестиваль көндәрендә Башҡортостанға 2,5 млн самаһы турист килеүе көтөлә.

-Беҙҙең алда ҙур эш тора, ләкин уны дөйөм тырышлыҡ менән йырып сығырбыҙ, — тине Радий Хәбиров. –Ышанам, халыҡ-ара мәҙәни форумды юғары кимәлдә үткәрербеҙ.

Байрам бер Өфөлә генә уҙмаясаҡ, ҡунаҡтар һәм мәҙәни программаға ингән саралар республиканың төрлө район-ҡалаларына таратыласаҡ.

Бығаса фольклориада Нидерландтарҙа, Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала үтте.