Үгеҙ ҡоторһа, хужаһына ташлана тиҙәр. Баймаҡ районының бер ауылында 67 йәшлек пенсионерҙы ярһыған үгеҙ һөҙгән. Ир кеше һәр иртәләге кеүек малды кәртәнән сығарып торған мәлендә, ниндәйҙер сәбәп менән уға үгеҙ ташлана. Күп тапҡырҙар осло мөгөҙө менән йәрәхәт килтерә. Яраларының ҡаты булыуы сәбәпле, пенсионер фажиғә урынында һәләк була. Күрәләтә йыртҡысҡа әйләнгән йорт малынының бындай ҡылығы бик сәйер, төп сәбәбе аңлайышһыҙ килеш ҡала.
Фото: i.pinimg.com