Сибайҙа юғары белемле табибтар әҙерләйәсәктәр

Тулыраҡ: Сибайҙа юғары белемле табибтар әҙерләйәсәктәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал Аръяғы төбәгендә Башҡорт дәүләт медицина университетының филиалын төҙөргә тәҡдим итте.

-Беҙ әҙербеҙ, бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – тине университеттың ректоры Валентин Павлов.

Быйыл БДМУ 1300 –ҙән ашыу юғары белемле белгес сығарҙы. Ә инде 2024 йылға алты меңдән ашыу табиб әҙерләйәсәк. Шулай итеп биш йыл эсендә белгестәргә булған ихтыяжды бөтөрөү ниәттәре ҡорола. Кадрҙар ҡытлығы тәү сиратта тармаҡта хеҙмәт хаҡының түбәнлеге, эш һәм йәшәү шарттарының ҡәнәғәтләндерерлек булмауына бәйле.Республика етәксеһе район-ҡала башлыҡтарына буласаҡ белгестәр менән тығыҙыраҡ эшләргә, уларҙы тыуған төйәктәренә ҡайтарыу әмәлен күрергә саҡырҙы. Миҫал өсөн Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарын атаны, уларҙа йәш белгестәр ординатуранан һуң райондарына ҡайтып эшкә төшкән. Хеҙмәт хаҡтары 50 мең һумға етә.

Бер үк вҡытта Благовар, Мишкә, Дәүләкән, Иглин һәм Хәйбулла яҡтарында медицина кадрҙарына етди ихтыяж күҙәтелә.Республикала йәш табибтарға матди ярҙам күрһәтеүҙең бер нисә дәүләт программаһы эшләй.

“Земский доктор” федераль проектына ярашлы, 99 табиб берешәр млн һум финанс ярҙам аласаҡ, 10 фельдшерға 500 меңешәр һум аҡса эләгәсәк. Республиканың шул уҡ атамалағы программаһы сиктәрендә 125 табиб 1 млн, ә 72 махсус белемле һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре 500 мең һум аласаҡ. Былар барыһы ла төбәктә халыҡ сәләмәтлеге менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.