26 сентябрь көнө Башҡортостанда республиканың граждандар оборонаһы буйынса автоматлаштырылған иҫкәртеү системаһын һынап ҡараясаҡтар. Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә, шулай уҡ баш ҡаланың Киров, Ленин, Совет һәм Октябрь райондарында “Иғтибар!” сигналы ишетеләсәк.
Сиреналар тотош республика буйынса 10.00. сәғәттән 13.00.-ға тиклем яңғыраясаҡ.