“Йәйғор” балалар баҡсаһында 150 бала иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта уйнау бүлмәләрендә 16 градус ҡына йылы. Кескәйҙәргә бина эсендә ҡат-ҡат кейенеп йөрөргә тура килә. Санитар нормалар буйынса, балалар учреждениеһында 18 градустан алып 24 градусҡа тиклем йылы булырға тейеш.
Был хаҡта прокуратура хеҙмәткәрҙәре район хакимиәтенә еткерҙе. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһына йылы бирелде, тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.