Урамда боксерҙар көс һынаша

Тулыраҡ: Урамда боксерҙар көс һынаша

Мәҙәк кенә хәл менән осрашты Өфө ҡалаһында йәшәүселәр. Йәйәүлеләр өсөн йәшел ут тоҡаныу менән, бер нисә егет “зебраға” йүгереп сыҡты һәм үҙ-ара төртөшә башланы. Боксер бирсәткеләре кейгән йәштәр быны уйын рәүешендә атҡарҙы, шуға ла бер теш тә һынманы, танауҙар ҡанаманы, ҡулдар һыҙырылманы. Араларында судья һымаҡ ир кешенең йүгереп йөрөүе лә бәлки үҙ өлөшөн индергәндер. Урам сатындағы светофорҙа йәшел ут һарыһы менән алышына башлауға “боксерҙар” йүгереп китеп барҙы.

Нимә булды был? Моғайын, сәләмәт тормош алып барырға өндәгән флэш-мобтыр тип ышанғы килә.