Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе һәм урта эшҡыуарлығы вәкилдәренең 5-се форумы асылды

Тулыраҡ: Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе һәм урта эшҡыуарлығы вәкилдәренең 5-се форумы асылды

Форумда 30 илдән 3 мең самаһы делегат ҡатнаша. Өфөләге эшлекле һөйләшеү йүнселлекте үҫтереү, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, хакимиәт органдары менән мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу тәңгәлендә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.

Халыҡ-ара сара алдынан уның сиктәрендә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мәсьәләһен күтәргән стратегия сессияһы үтте.

Белгестәрҙең фекеренсә, Башҡортостан кесе һәм урта йүнселлекетең үҫеше буйынса лидерҙар араһында. Мәскәү вәкилдәре республикаға , үҙҙәре әйтеүенсә, “яңы проекттар” алырға тип килгән. 6 Башҡортостан эшҡыуарының программаһы федераль грантҡа лайыҡ булды.

Күсмә стратегия сессия икенсегә уҙғарыл а һәм киләсәктә даими эш сараһына әйләнәсәк.