Иғтибар үҙәгендә транспорт һәм төҙөлөш индестрияһы

Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә транспорт һәм төҙөлөш индестрияһы

Рәсәй юл транспорт тармағы белгестәре дүртенсе йыл рәттән Өфөлә мәртәбәле форумға йыйылды. Урал транспорты халыҡ-ара күргәҙмә йыйыны “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында Урал Транспорты һәм Урал Төҙөлөш индустрияһы форумдарын асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “беҙҙең өсөн был мөһим һәм сәмле ваҡиға”, — тип белдерҙе. Президент указдарын үтәү маҡсатында республикала транспорт яңыртыла, юлдар төҙөкләндерелә. Төҙөлөшкә килгәндә иһә, Башҡортостан алдында етди бурыстар ҡуйылған, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы төҙөлөш һәм транспорт компанияларының махсус техника күргәҙмәһен ҡараны. Форум барышында Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы менән Рәсәй тимер юлдар компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.