Кредит, алимент буйынса бурысмы ул, башҡа бирәсәктәрме – ниндәй булһа ла юл менән ойошмаға аҡсаны ҡайтарып бирергә. Ошондай маҡсат менән эш иткән суд приставтары ҡайһы ваҡыт хатта бурыслының аҙашын да яуапҡа тарттырып ҡуя. Ҡамышлы ауылында йәшәгән ханым тап шундай хәлдә ҡалған. Ҡыҙының да, үҙенең дә хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Светлана Иванова 14 йәшенән эшкә төшә һәм аҡса йыя башлай. Һаҡлыҡ иҫәбендәге сумма менән бергә киләсәккә ышаныс та яйлап арта. Тик һаҡлау ысулы ғына ышанысһыҙ. Бер-бер артлы банк картаһынан аҡса сисә башлағандарынан ҡото осҡан Светлана смстағы ҡыҙыу линияға шылтырата һәм Псков суд приставтарына эләгә. Псков ҡалаһында -ҙенең аҙашы йәшәүен ишетеп, аптырашта ҡала. Аҙаштарҙың исем- шәрифтәре генә түгел, хатта тыуған көнө, йылдары ла оҡшаш булып сыҡты. Приставтар хатаһын танып, Светлананы аҙаштар реестрына индерҙе. Ә бына тотолған аҡсаны тиҙ генә ҡайтарырға ашыҡманылар. Беҙ репортажды әҙерләгән ваҡытта Светланаға бөтә тотолған аҡсалар кире ҡайтарылды. Приставтар ебргән хата өсөн яңғыҙ әсәгә ай буйына бер туҡтауһыҙ Псковҡа шылтыратырға, көйөнөргә тура килде. Ауырлыҡтар артта ҡалыуына һөйөнә ханым һәм артабан да йорт һатып алыу өсөн аҡса йыйыуын дауам итә. Тик был юлы банк картаһында түгел, ти ул.
Аҙашыңдың бурыстарын түлә!
Тулыраҡ: Аҙашыңдың бурыстарын түлә!