2019 йылдың 8 айы эсендә 3 меңдән ашыу мутлашыу осрағы теркәлгән, йәғни, был төр енәйәттәр 30 процентҡа артҡан. Ошо турала Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында иғлан ителде. Ғәҙәттә, кешеләрҙе интернет аша әйбер һатҡанда йә һатып алғанда, хеҙмәт күрһәткәндә һәм социаль селтәрҙәге сәхифәһен файҙаланып алдайҙар. Бынан тыш, телефон аша шылтыратып, яҡынығыҙ аварияға эләкте, полиция бүлегендә, һеҙҙең банк картағыҙ эшләмәй, һеҙ бүләк оттоғоҙ тип баштарын бутайҙар. Социаль хеҙмәткәр тип таныштырыу, бурысҡа аҡса биреү, ҡуртымға торлаҡ йә машина, башҡарылмаған эш өсөн алдан аҡса һорау, икенсе документ менән әйбер, пенсия алыу, сифатһыҙ медицина ҡоролмалары һатыу кеүек осраҡтар ҙа йыш теркәлә.
Башҡортостанда мутлашыусылар әүҙемләшә
Тулыраҡ: Башҡортостанда мутлашыусылар әүҙемләшә