Башҡортостанда миҙгел тауарҙарына хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда миҙгел тауарҙарына хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә

Статистика мәғлүмәттәре буйынса ҡайһы бер йәшелсә-емеш былтырғыға ҡараған да ла арзаныраҡ. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Вадим Ғиләзетдинов йәшелсә-емештең яңы ғына баҡсанан өҙөп алынғанын үҙ итә. Шуға күрә ул яҡындағы баҙарҙан һатып алырға тырыша. Көҙгө уңыштан аҙыҡ-түлекте ул бер-нисә көнгә етерлек итеп алып ҡуя. Һатып алыусыларҙы йәшелсә-емешкә хаҡтарҙың төшөүе генә түгел, ә уларҙың тәбиғи булыуы йәлеп итә. Үҙебеҙҙең Башҡортостан баҡсаларында үҫтерелгәне иң тәмле, ти Рәмилә Попова. Ҡала халҡы бигерәк тә республика райондарында үҫтерелгән йәшелсә-емеште теләп һатып ала. Хаҡтарҙың арзанайыуын һатыусылар быйыл уңыштың мул булыуы менән бәйләй. Быйыл һуған, картуф, кишерҙе былтырғыға ҡарағанда 15-20 һумға арзаныраҡҡа һатып алырға мөмкин.... Әйтәйек, былтыр бәрәңгенең бер кг өсөн 30-35 һум түләргә кәрәк булһа, быйыл уны 20 һумға ла табырға мөмкин. Кемдер яңы түтәлдән өҙөлгән миҙгел продукцияһын тик баҙарҙан ғына һатып алыу яҡлы булһа, бәғзе берәүҙәр ҡала супермаркеттарында акция мәлен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Ҡайһы бер магазин селтәрҙәрендә ойошторолған махсус акциялар һатып алыусыларға ярайһы ғына сумманы кеҫәлә ҡалдырырға ярҙам итә, ти Жанна Талипова Һуңғы айҙарҙа барлыҡ миҙгел продукцияһына тиерлек хаҡтар төштө. Мәҫәлән, август айынан – картуф 20, кәбеҫтә – 22 процентҡа арзанайҙы, Шулай уҡ һуған, кишер – 30, алманың – 12 процентҡа арзанайыуы билдәләнде. Республикала көҙгө йәрминкәләр ҙә башланды. Унда иһә ҡайһы бер йәшелсә-емеште магазин, баҙарға ҡарағанда ла арзаныраҡҡа алырға мөмкин. Эксперттар билдәләүенсә йәшелсә, еләк-емешкә тағы ла ике аҙна тирәһе түбән хаҡтар һаҡланасаҡ. Ә ауыл хужалығы йәрминкәләре республика ҡалаларында ноябрь аҙағынаса дауам итә.