Луиза Хәйруллина эҙенән

Тулыраҡ: Луиза Хәйруллина эҙенән

Өфөлә банк кассаһынан ҙур сумма аҡса урлауҙың йәнә бер осрағы асыҡланды. Калинин районында урынлашҡан “Открытие” кредит ойошмаһы хеҙмәткәре рекордлы 43 миллион һум аҡсаны урлаған. Финанс учреждениела идара итеүсе булып эшләгән ҡатынҡай коллегаһынан айырмалы аҡсаны әҙләп 2 йыл ярым дауамында сәлдергән. Был банк тураһында июль айында бәйән иткәйнек. Финанс ойошмаһында эшләүсе кассир Лилиә Аҙнабаева 6 миллион ярым һум сәлдереп ҡулға алынды. Ошо енәйәт эшен тикшереү барышында кредит ойошмаһынан тағы ла 43 миллион ярым һум юғалғаны билдәле булды. Ә банктта береһе лә бер-нимә лә йәнәһе белмәй. Асыҡланыуынса, банк менән идара итеүсе 2017 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың июленә тиклем аҡса сәлдергән. Латыпова фамилиялы хеҙмәткәр 43 миллион ярым һумға “айыу майы һөрткән”. Ә енәйәт асыҡланмаһын өсөн 50-нән ашыу кешенең вкладын япҡан. Был ҡырын эштә уға ярҙам итеүселәр ҙә булған. Аҡса урлауҙа ғәйепләнгән банк менән идара итеүсе яңы төҙөлгән йортта йәшәй. Ул бында бер йыл элек тирәһе күскән. Ире һәм балаһы бар икәне билдәле. Күршеләре менән йүнләп аралашмағас, 39 йәшлек ҡатынды улар яҡшылап ҡылыҡһырлай алмай. Салауат ҡалаһынан Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банкттан 23 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән юғалғас, бөтә ил халҡы шаулап алды. Кемдер ҡатынды аҡланы һәм хупланы, бәғзеләр ирен ғәйепләне, балаларын йәлләне. Тормош иптәше хатта Рәсәй-1 телеканалында барған тапшырыуҙа ҡатнашып, бурысты ҡайтарырға аҡса йыйырға маташты. Әммә, кассир изоляторға ябылды, ә ире өйөндә ареста ҡалды. Хәйруллиндар ғаиләһе менән ғауға барғанда, кассир Лилиә Аҙнабаева ла 6 миллион ярым һум урлап тотолдо. Хәҙер уға ла 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Тәфтиш эше дауам итә. Ҡырын эш 40 йылдан һуң да беленә ти халыҡ мәҡәле. 43 миллион һумды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған ҡатынды ла яҡшы киләсәк көтмәгәне көн кеүек асыҡ.