Тайыштабан ауылға яҡыная, һаҡ булығыҙ!

Тулыраҡ: Тайыштабан ауылға яҡыная, һаҡ булығыҙ!

Күгәрсен районы Бикбулат ауылы эргәһендә айыу ат малын йыҡҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, айыуҙар ауылға күптән яҡынлағаны булмаған. Яңыраҡ Ейәнсура районы Мәзит ауылында ла тайыш табан һарайға инеп, тиҫтәләп һарыҡты ҡырғайны. Ваҡ малдарҙың бер өлөшөн ул йылға буйына күмгән. Кешеләрҙән ҡасып барыусы айыуҙы шулай уҡ Үтәғол ауылында ла күргәндәр.