Урал аръяғында медицина университетының филиалы асылыуы ихтимал

Тулыраҡ: Урал аръяғында медицина университетының филиалы асылыуы ихтимал

Башҡортостандың Урал аръяғында медицина университетының филиалы асылыуы ихтимал. Республика башлығы был тәҡдимде сираттағы сәләмәтлек сәғәтендә индерҙе. Кәңәшмә алдынан Радий Хәбиров Медицина университетының яңы төҙөкләндерелгән бинаһын ҡараны, студенттарҙың уҡыу һәм табиптарҙың һөнәри белемен камиллаштырыу шарттары менән танышты. Башҡорт дәүләт медицина университеты быйыл юғары белемле 1300 табип әҙерләп сығарған. 2024 йылға белгестәр һанын йәнә алты меңгә тулыландырырға ниәтләй. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында республикала төрлө дәртләндереү саралары күрелә. «Ауыл табибы» федераль проектына ярашлы 99 белгес берәр миллион, «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 10 фельдшер һәм 72 медицина хеҙмәткәре бишәр йөҙ мең һум матди ярҙам алған. Шуға ҡарамаҫтан Хәйбулла, Благовар, Мишкә райондарында табиптар етмәй. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итер өсөн муниципалитет башлыҡтарын медицина университеты студенттары менән тығыҙ бәйләнеш тоторға саҡырҙы.