Ауыл хужалығы кооперативтары һанын арттырыу

Тулыраҡ: Ауыл хужалығы кооперативтары һанын арттырыу

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу буйынса илдең алдынғы төбәктәре рәтендә. Бер йыл эсендә барыһы 119 яңы кооператив эшләй башлаған. Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы республика эшҡыуарҙарына был юҫыҡта 74 млн һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Кисә төбәк башлығы Радий Хәбиров корпорацияның генераль директоры Александр Браверман менән осрашты. Стратегик сессияла ҡатнашыусылар алты инвестиция һәм лизинг проекттары менән танышты. Эшҡыуарҙар республиканың инвестициялар порталы менән ҡулланыу һәм эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен өйрәнде. Ауыл хужалығы кооперативтары һанын арттырыу планы төбәк башлығының "Сентябрь указы"на ла индерелгән. 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләгән указды бойомға ашырыу буйынса йылдам эш башланды. Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, экспортҡа етештерелгән тауар күләмен икеләтә арттырыу, кооперативтар һанын күбәйтеү бурысы тора.